3 декабрь, Шәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 12:23

Азамат Илембәтов: «Башҡортостан 2011 йылды уңышлы тамамлай»

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Сәнәғәт производствоһы индексы Башҡортостанда Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән ике тапҡырға юғарыраҡ.

— Сәнәғәт етештереү индексы былтырғыға ҡарата әле 110 процентҡа тиң, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда ике тапҡырға юғарыраҡ, — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары менән онлайн-конференция барышында.

Премьер-министрға тиҫтәләгән һорау килде, беренсе һорау республиканың 2011 йылды нисек тамамлауына бәйле ине. Азамат Илембәтовтың әйтеүенсә, дөйөм алғанда йыл насар түгел, иҡтисадтың бөтә тармағында ла, социаль өлкәлә лә уңыштар бар. Сәнәғәттең ярайһы етеҙ темпта үҫешеүен билдәләп, Премьер-министр ауыл хужалығындағы хәлдәрҙе лә һүрәтләп китте. Уның һүҙҙәренсә, 3,2 млн тонна самаһы иген уңышы йыйып алынған, йыл ярымлыҡ, хатта ике йыллыҡ мал аҙығы запасы тәьмин ителгән.

— Былтыр ниндәй ҡоролоҡ булғанын, орлоҡ, ашламаларҙың запасы аҙ булып, ниндәй ауыр шарттарҙа сәсеү кампанияһын башлағаныбыҙҙы хәтерләйһегеҙҙер, ләкин ауыл хужалығы етештереүселәренә ваҡытлы ярҙам күрһәтелеүе арҡаһында сәсеү кампанияһын уңышлы атҡарып сыға алдыҡ, — тине Азамат Илембәтов, һәм уңышты йыйып алыу өсөн дә, ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн дә ваҡытлы һәм һөҙөмтәле саралар күрелеүен билдәләп китте.

Премьер ауыл хужалығындағы хәлдәрҙең ярайһы тотороҡланыуын һәм 2012 йылда ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Төҙөлөшкә килгәндә, Азамат Илембәтов 2 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индереү буйынса план үтәлеүен һәм күп осраҡта быға шәхси торлаҡ төҙөлөшө иҫәбенә өлгәшелеүен билдәләп, киләһе йылда эконом класындағы күп ҡатлы йорттар төҙөү күләме арттырыласаҡ, тип хәбәр итте.

Социаль өлкәлә республика адреслы инвестицион программаһының 15 млрд һумдан ашыу суммаһы үҙләштерелгән. Был аҡса мәктәптәр, балалар баҡсалары, юлдар һәм башҡа социаль инфраструктура объекттары төҙөлөшөнә йүнәлтелгән.

— Ғөмүмән, беҙ киләсәккә оптимизм менән ҡарайбыҙ. Йыл ябай булманы, әммә аныҡ уңыштарыбыҙ һәм алға китеш бар, — тип һығымта яһаны Азамат Илембәтов.