3 декабрь, Шәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 11:46

Октябрьскийҙа ҡала властары менән күп фатирлы йорт комитеттары активы конструктив диалог алып бара

автор: Марина Шумилова

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтендә түңәрәк өҫтәл үтте, унда ҡала округы хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, ҡала Советы секретары, күп фатирлы йорт рәйестәре Советы ағзалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Ҡала властары менән үҙ-ара конструктив эшләүҙе көйләү маҡсаты менән үткәрелгән сара йорт комитеттары активы башланғысы менән ойошторолдо.

Фекер алышыу ҡыҙыу, әммә, һис шикһеҙ, һөҙөмтәле булды. Йорт комитеттары Советы ағзалары һорауҙарын алдан уҡ әҙерләгән. Улар киләһе темаларға ҡағылды: идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт алыу, йорт комитеты рәйесенә эш хаҡын түләү, йорт комитеттары Советының идара итеүсе компаниялар күрһәткән хеҙмәттәргә тарифтар билдәләүҙә ҡатнашыуы, хоҡуҡ һаҡлау органдары менен үҙ-ара килешеп эш итеү. Сарала граждандарҙың үҙҙәрен тотоу мәҙәниәтен формалаштырыу, уларҙа, ҡала хужалары булараҡ, яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләү темаһы ла тикшерелде. Был процесҡа белем биреү учреждениеларын, йәмәғәтселекте йәлеп итеү зарур, тигән фекергә килде түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар.

Сарала ҡатнашыусыларҙың дөйөм фекере буйынса, бындай осрашыуҙар ҡала округы хакимиәтенә лә, күп фатирлы йорттарҙың комитет рәйестәре Советына ла кәрәк. Киләһе осрашыу бер аҙнанан үткәреләсәк.