11 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 11:17

Азамат Илембәтов «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында халыҡ менән аралаша

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

Әлеге ваҡытта «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтовтың онлайн-конференцияһы бара.

Урындағы ваҡыт менән сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Теүәл 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.

Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотапшырыу «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында ойошторолған.

Премьер-министрҙың Интернет киңлегендә халыҡ менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында, шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.

Видеояҙманы эшкәрткәндән һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлай-конференциянан тулы видеотчет донъя күрәсәк.