6 декабрь, Шишәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 11:23

2012 йылда Өфө Инновация-сәнәғәт салонында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк

автор: Любовь Колоколова

2012 йыл башында (28 февралдән 2 мартҡа тиклем) Өфөлә сираттағы Инновация-сәнәғәт салоны үтәсәк. Уның сиктәрендә «Промэкспо-2012», «Станоктар һәм инструмент», «Насостар һәм компрессорҙар» махсуслашҡан күргәҙмәләре ойоштороласаҡ.

Саралар БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында, «Станкоинструмент» Рәсәй станоктар һәм инструменттар продукцияһы етештереүселәре ассоциацияһы һәм Рәсәйҙең Машиналар эшләүселәр союзы ҡатнашлығында ойошторола.

Инновация-сәнәғәт салонында сәнәғәт комплексы предприятиелары өсөн алдынғы технологиялар индереүгә, машиналар эшләү предприятиеларының төп фондтарын яңыртыуға һәм уларҙың конкурентлыҡ һәләтен арттырыуға булышлыҡ итеүсе техник һәм технологик яңылыҡтар тәҡдим ителәсәк.

Рәсәй Машиналар эшләүселәр союзынан хәбәр итеүҙәренсә, салон сиктәрендә тәүге тапҡыр «Машиналар эшләү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләү: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» тип аталған түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ.

«Металл эшкәртеү технологияларындағы һәм металл эшкәртеүсе машиналар менән деталдәренең конструкцияларындағы өр-яңы тенденциялар» һәм «Ремонт. Тергеҙеү. Реновация» II бөтә Рәсәй ғилми-техник конференцияһы ла эш программаһына индерелгән.