7 декабрь, Шаршамбы

21 декабрь 2011 йыл, 11:11

Күмертауҙа ҡала башҡорттары ҡоролтайына 15 йыл тулыуҙы билдәләнеләр

автор: Марина Шумилова

Күмертауҙа ҡала башҡорттары ҡоролтайына 15 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте.

— Үткән йылдар эсендә Ҡоролтай Күмертауҙың граждандар йәмғиәте системаһында, уның социаль-мәҙәни тормошонда лайыҡлы урын алды, — тине Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев, әлеге йәмәғәт ойошмаһы активистарын сәләмләп. – Ҡоролтайҙың үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм милли традицияларын, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу буйынса әүҙем эшмәкәрлеге ҡаланың эшләү системаһының айырып алғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Был йәһәттән милли-мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ.

Ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Рәйсә Сырлыбаева үҙенең докладында ҡоролтайҙың үткән 15 йыл эсендә башҡарған эше хаҡында һөйләне һәм был йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан һәм уға ярҙам иткән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәтен белдерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең тәүге урынбаҫары Румил Аҙнабаев Рәйсә Сырлыбаеваға башҡорт халҡының матди һәм рухи үҫешенә индергән өлөшө өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәмәғәт премияһын тапшырҙы.