Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөлә республиканың төп Яңы йыл байрамына балалар йыйыласаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә Президент шыршыһында ҡатнашыу өсөн республиканың төрлө райондарынан балалар йыйыласаҡ. Быйыл театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһына 780 бала саҡырылған. Улар – Башҡортостандың дөйөм белем биреү учреждениеларының уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестиваль лауреаттары, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың балалары. Республиканың төп Яңы йыл байрамы 21 декабрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең баш белгесе Рәмзиә Бикҡужина һүҙҙәренсә, «Салют» шифаханаһында, унда республиканың 39 ҡала һәм районынан 220 бала урынлашҡан,  ҡунаҡтар өсөн танышыу кисәһе ойошторолған. Балалар үҙҙәре һәм уҡыуҙағы ҡаҙаныштары хаҡында һөйләгән.

Бөгөн, 21 декабрҙә, уларҙы байрамдың төп геройҙары – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сәләмләйәсәк.

Төп тамашанан тыш, балалар өсөн «Нефтсе» фойеһында байрам программаһы ла ойоштороласаҡ. Сара аҙағында һәр балаға Башҡортостан Президентынан бүләк тапшырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть