3 декабрь, Шәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 10:03

Көнбайыш райондарҙа һалым түләүселәр өсөн семинарҙар ойошторола

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың көнбайыш райондарында 22-23 декабрҙә һалым түләүселәр өсөн семинарҙар үткәреләсәк. Осрашыуҙарҙы Туймазы, Шаран һәм Баҡалы райондарын хеҙмәтләндергән Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 27-се район-ара инспекцияһы ойоштора.

Иртәгә, 22 декабрҙә, сәғәт 11-ҙә һәм 3-тә Баҡалы һәм Шаран ауылдарында семинар үткәреләсәк. Йома, 23 декабрҙә, бындай осрашыу иртәнге 11-ҙә Туймазы ҡалаһы хакимиәте бинаһында ойошторола.

Федераль һалым хеҙмәтенең республикалағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, инспекция белгестәре табыш һалымына, өҫтәмә хаҡҡа һалынған һалымға ҡағылышлы һалым ҡануниәтендәге үҙгәрештәр, шулай уҡ һалым хеҙмәтенең интернет-сервистары тураһында һөйләйәсәк.