3 декабрь, Шәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 10:01

Башҡортостандың «Лайыҡлы хеҙмәт» программаһы башҡа төбәктәр өсөн эталон була аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының «Лайыҡлы хеҙмәт» концепцияһын тормошҡа ашырыу программаһы проекты әҙерләнә башланы. Тап ошо проект Өфөлә, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәлдең төп темаһы булып торҙо. Сара Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының «Лайыҡлы хеҙмәт» концепцияһын төбәк һәм муниципаль кимәлдәрҙә тормошҡа ашырыуға арналды.

— Әҙер төбәк программаһы хаҡында әйтеүе әле иртәрәк, сөнки документ өҫтөндә эшләйһе бар, уның маҡсаттарын, бурыстарын, сараларын, сроктарын һәм ресурстарын аныҡ билдәләү зарур. Шул уҡ ваҡытта унда бик яҡшы идеялар бар, атап әйткәндә, республикала социаль-хеҙмәт өлкәһен тәрән анализлау. Үҙебеҙҙең яҡтан проектты ниндәйҙер документ кимәленә тиклем эшләп еткереүҙә Башҡортостанға ярҙам итергә әҙербеҙ. Был документ башҡа төбәктәр өсөн эталон булып тора аласаҡ, — тип хәбәр итте журналистар менән осрашыу барышында Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Нина Кузьмина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы лайыҡлы хеҙмәт концепцияһын 12 йыл элек үк булдырған. Концепцияны әҙерләүселәр фекеренсә, ул дүрт төп стратегик маҡсат нигеҙендә тормошҡа ашырылырға тейеш. Улар – лайыҡлы эш хаҡы; лайыҡлы хеҙмәт шарттары; эшселәрҙең һәм эш тәҡдим итеүселәрҙең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлау; социаль яҡлау системаһын камиллаштырыу.

— Башҡортостандың социаль-иҡтисади сәйәсәтенә «Лайыҡлы хеҙмәт» концепцияһын индереү эше башҡарма власть органдарының үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен генә түгел, ә был процеста башҡа социаль партнерҙар – хеҙмәткәрҙәр һәм эш биреүселәрҙең дә ҡатнашыуын талап итәсәк, — тип иҫәпләй республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.