5 декабрь, Дүшәмбе

21 декабрь 2011 йыл, 9:38

Республика аграрийҙары 2,5 млрд һумлыҡ техника һатып алған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл республика аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу өсөн дәүләттән ҙур ярҙам алды. Туғыҙ айҙа ауыл эшсәндәре 2,5 миллиард һумдан ашыу суммаға 2566 техника берәмеге һатып алған. Был күрһәткестәрҙе 2012 йылда ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итеүҙе һәм техниканы хеҙмәтләндереүҙе ойоштороуға арналған республика кәңәшмәһендә БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллин уҡып ишеттерҙе.

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йыл аҙағына тиклем был һан тағы ла артасаҡ һәм өс миллиард һумдан ашыу суммалыҡ өс мең самаһы техника берәмегенә етәсәк. Ауыл халҡы өсөн шуныһы ҡыуаныслы: был техника хаҡының 40 процентын республика бюджеты ҡаплай.

Предприятиеларҙағы ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу бөгөн Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе иҫәпләнә, сөнки техниканың 80 проценты тиерлек туҙған. Бындай хәл бөтә илгә лә хас. Әле күрһәтелгән дәүләт ярҙамы бихисап хужалыҡтарға машина-трактор паркын яңыртырға, миҙгелле баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарып сығырға мөмкинлек бирә.