Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Магнитогорскиҙа үткән форумда Көньяҡ Урал тарихы тикшерелде

Йәмғиәт

Магнитогорскиҙың «Крашенинников китапханаһы» хоҡуҡи һәм эшлекле мәғлүмәт үҙәгендә тарихсыларҙың һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Башҡортостан тарихына арналған форумы үтте. Форум инициаторы булып «Салауат» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.

Форум эшендә Көньяҡ Уралдың билдәле ғалимдары һәм ҡала йәштәре вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостандың билдәле тележурналисы Салауат Хәмиҙуллиндың доклады айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Журналисҡа тарихи темаларға, шулай уҡ журналист эшмәкәрлегенә ҡағылышлы күп һорауҙар бирелде. Осрашыу барышында Магнитогорскиҙа йәшәүселәр Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Силәбе өлкәһенең бөтә райондарында ла күрһәтмәүенә зарланды.

— Үҙем өсөн күп нәмә алдым, мәҫәлән, Көньяҡ Уралда башҡорт ҡәлғәләрен төҙөү тарихы тураһында белдем, — тип тәьҫораттары менән бүлеште «Салауат» ойошмаһы активисы Илгиз Мырҙағолов.

Ойоштороусылар һүҙҙәре буйынса, крайҙы өйрәнеүҙәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү форумдың төп маҡсаты булып торҙо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть