Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Белореттан туғыҙ бала Өфөгә Президент шыршыһына барасаҡ

Йәмғиәт

Белорет ҡалаһы һәм районынан туғыҙ бала бөгөн Өфөгә Президент шыршыһына юлланған. Иртәгә улар «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк ҙур Яңы йыл тамашаһында ҡатнашасаҡ.

«Башинформ» агентлығына ҡала һәм район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Корлесникова хәбәр итеүенсә, Белорет делегацияһы составына яҡшы уҡыған ғына түгел, спорт менән шөғөлләнгән, ҡала, республика һәм бөтә Рәсәй олипиадаларында еңгән, төрлө конкурс һәм фестивалдәрҙә лауреат исемен яулаған уҡыусылар ҙа ингән. Шулай уҡ байрамда хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың балалары ҡатнашасаҡ.

Башҡорт гимназияһының дүртенсе синыф уҡыусыһы Илүзә Сафиуллина, Абҙаҡ урта мәктәбенең бишенсе синыфында белем алыусы Света Хазырова, Белорет лицей-интернатының алтынсы синыф уҡыусыһы Линара Ильясова, 3-сө урта мәктәптең шулай уҡ алтынсы синыфында уҡыусы Вероника Макарова, Үҙәнбаш ауылынан Тимур Баянов, 10-сы мәктәптең етенсе синыфында уҡыусы Дарья Сәйфетдинова, Белорет компьютер мәктәбенән Альбина Абдуллина республиканың төп Яңы йыл байрамына киләсәк. Иң бәләкәй делегаттар – Белореттағы 20-се урта мәктәптең өсөнсө синыф уҡыусыһы Алһыу Хөсәйенова һәм икенсе синыф уҡыусыһы Даниил Әхмәтуллин.

Республиканың баш ҡалаһына Президент шыршыһына юлланыр алдынан балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Белорет районы хакимиәтенә саҡырғандар, унда уларҙы етеп килгән Яңы йыл байрамдары менән хакимиәт башлығы урынбаҫары Иван Пинящук һәм мәғариф бүлеге начальнигы Марина Саранцева ҡотлаған. Улар балаларға яҡшы кәйеф һәм Яңы 2012 йылда уҡыуҙарында уңыштар теләгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть