6 декабрь, Шишәмбе

20 декабрь 2011 йыл, 14:46

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Йәмәғәт премияларын тапшырҙы

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының йомғаҡлау ултырышы үтте. Унда Башҡарма комитет ағзалары, Рәсәй төбәктәре, Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының ҡоролтай рәйестәре, Дәүләт думаһы депутаттары Иршат Фәхретдинов һәм Сәлиә Мырҙабаева ҡатнашты. Ултырышта ҡатнашыусылар төп башҡорт ойошмаһының 2011 йыл өсөн эшмәкәрлеген анализланы, алдағы осорға бурыстар билдәләне һәм 2012 йылға эш планын раҫланы.

«Башинформ» агентлығына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов һөйләүенсә, башҡорт халҡының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи мәсьәләләре хаҡында һөйләшеү барышында күп төрлө фекерҙәр әйтелде, шул иҫәптән ҡоролтай эшмәкәрлегенең кәмселектәре лә телгә алынды.

Сарала башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн ҡайһы бер әүҙем эшмәкәрҙәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәмәғәт премиялары тапшырылды. Премияның тәүге лауреаттары — скульптор Өлфәт Ҡобағошов, эшҡыуар Рәйлә Фәсхетдинова, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр, ҡурайсы һәм фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов, тарихсы, профессор Әнүәр Әсфәндиәров, «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, журналист Урал Сәфиуллин, ҡумыҙсы, «Донъя виртуозы» исемен йөрөтөүсе Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, йәмәғәт хәрәкәте ветераны Ләлә Биишева, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, Күмертау башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәйсә Сырлыбаева, тележурналист Салауат Хәмиҙуллин, яҙыусы, журналист Әхмәр Үтәбай, медицина фәндәре докторы, профессор Марс Юлдашев һәм Мәхмүзә Ғәйнуллина, ветеран-йәмәғәтсе Абдрахман Вәлидов, сәсән, «Айыҡ ауыл» проектын башлап ебәреүсе Вәсилә Садыҡова һәм йәш ғалим Рәфил Аҫылғужин.