8 декабрь, Кесе йома

20 декабрь 2011 йыл, 13:35

Азамат Илембәтов Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Нина Кузьмина менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

20 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Нина Кузьмина менән осрашты.

Нина Кузьмина Өфөгә «Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының «Лайыҡлы хеҙмәт» концепцияһын төбәк һәм муниципаль кимәлдәрҙә тормошҡа ашырыу» форумында ҡатнашыу өсөн килгән.

— Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы алдағы өс йылда «Лайыҡлы хеҙмәт» дөйөм Рәсәй концепцияһын әҙерләү маҡсатын ҡуя, — тине Нина Кузьмина. — Ә Башҡортостанда беренселәрҙән булып бындай концепция тормошҡа ашырыла башланы ла инде. Беҙҙең өсөн был баһалап бөткөһөҙ тәжрибә.

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов ҡатнашлығындағы осрашыу барышында шулай уҡ яңы эш урындарын булдырыу һәм эш хаҡын түләү буйынса бурыстарҙы бөтөрөү мәсьәләләре тикшерелде.

— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыстарҙы бөтөрөү һәм республика предприятиеларында һәм ойошмаларында йыл һайын эш хаҡын 15 проценттан алып арттырыуға өлгәшеү бурысын ҡуйҙы, — тине Азамат Илембәтов. – Был мәсьәләләрҙе беҙ һәр ваҡыт контролдә тотабыҙ. Быйыл бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡы ике тапҡыр арттырылды, социаль өлкәлә эшләүселәргә матди ярҙам күрһәтеү буйынса башҡа төрлө саралар ҙа күрелә.

Осрашыуҙа эшләүсе граждандарҙы һәм уларҙың балаларын сәләмәтләндереү, ялын ойоштороу мәсьәләләре лә тикшерелде. Нина Кузьмина билдәләүенсә, Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының балалар ялы буйынса яңыраҡ үткәрелгән ултырышында Башҡортостан был өлкәлә ыңғай тәжрибә һаҡлап ҡалыусы төбәктәр араһында билдәләнгән. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.