4 декабрь, Йәкшәмбе

20 декабрь 2011 йыл, 12:15

Өфөлә Болғар профессоры менән осрашыу үтте

автор: «Башинформ» | фото: Татьяна Коробова

Өфөлә «Башҡортостан — Болғар» дуҫлыҡ йәмғиәтендә Яңы Болғар университеты профессоры Борис Наймушин менән осрашыу үтте.

Борис Наймушин – сит телдәр кафедраһы мөдире. Ул ғалим ғына түгел, тәржемәсе булараҡ та киң билдәле. Өфөгә ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Аҡмулла уҡыуҙары сиктәрендә үткән «Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» халыҡ-ара фәнни форумында ҡатнашыу өсөн килгән.

Өфөгә ғилми сәфәре барышында Борис Наймушин Филологик белем биреү һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институтының тәржемәселәр бүлеге студенттары өсөн лекциялар уҡыны, доклад менән сығыш яһаны, университеттың ғалимдары, уҡытыусылары һәм етәкселеге менән осрашты. Ике университеттың кафедралары һәм факультеттары араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында алдан килешеүгә өлгәшелде.

Осрашыу сиктәрендә «Башҡортостан — Болғар» дуҫлыҡ йәмғиәтенең артабан эшләү мөмкинлектәре һәм формалары тураһында тәҡдимдәр әйтелде һәм тикшерелде.