10 декабрь, Шәмбе

20 декабрь 2011 йыл, 11:24

Өфө китапханаларында Башҡортостан Конституцияһы көнө билдәләнәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө Өфө китапханаларында билдәләнәсәк. Үҙәк ҡала китапханаһының үҫмерҙәр бүлегендә 20 декабрҙә ошо иҫтәлекле көнгә арналған «Мин граждан» ижади кисәһе планлаштырыла. 23 декабрҙә 44-се «Инеш» үҫмерҙәрҙең ижади аралашыу мәғлүмәт үҙәге» моделле балалар китапханаһының презентацияһы үтәсәк. Ҡаланың бер нисә балалар китапханаһында «Һин һәм һинең хоҡуҡтарың» тип аталған дәрестәр ойоштороласаҡ. Башҡа китапханаларҙа 12-24 декабрҙә «Дәүләт – ул беҙ» хоҡуҡи төҙөкләндереү аҙналығы иғлан ителде. Шулай уҡ был учреждениеларҙа китап күргәҙмәләре үтәсәк.

Бындай саралар ҡала китапханаларында Рәсәй Конституцияһы көнө айҡанлы ла үткәрелде.