11 декабрь, Йәкшәмбе

20 декабрь 2011 йыл, 11:19

Рөстәм Хәмитов педагогтарға премия биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

19 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика олимпиадалары, конкурстары, фестивалдәренең һәм спорт ярыштарының еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән педагогик хеҙмәткәрҙәргә 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, документҡа ярашлы, йыл һайынан билдәләнеүсе премияларҙы дөйөм һәм һөнәри белем биреү учреждениелары педагогтары, уҡытыусылары һәм тренерҙары, шулай уҡ балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтары ала аласаҡ.

Педагогтарға премия лауреаттарҙың премияларының 100 проценты күләмендә билдәләнә һәм республика ҡаҙнаһынан финанслана. Премиялар бирелгән педагогтар исемлеге йыл һайын 15 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса БР Мәғариф министрлығы сайтында баҫылып сығасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты указына һәм Рәсәй Федерацияһының Фән һәм мәғариф министрлығы бойороҡтарына ярашлы, йыл һайын Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәренә — 60-ар мең һум күләмендә, ә төбәк һәм төбәк-ара олимпиадалар еңеүселәренә, Рәсәй күләмендәге олимпиадалар призерҙарына 30-ар мең һум премия билдәләнә. Был аҡса федераль бюджеттан бүленә.