10 декабрь, Шәмбе

20 декабрь 2011 йыл, 10:51

«Кольская» быраулау ҡоролмаһындағы фажиғә: Башҡортостандан бер егет ҡотҡарылған, икенсеһе - хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә

автор: Эльмира Сабирова

18 декабрҙә Охотск диңгеҙендә батҡан «Кольская» быраулау ҡоролмаһында Башҡортостандан да ике кеше булған. Ул ваҡытта нефть быраулау платформаһында 67 кеше эшләгән. Өфө егете Дмитрий Кузнецов менән Бүздәк ауылынан Рөстәм Нәсибуллин да – улар иҫәбендә.

«Башинформ» агентлығына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Сахалин өлкәһе буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дмитрий Кузнецов иҫән. Ул әле генә ҡотҡарыу операцияһы барған райондан Южно-Сахалинск ҡалаһына осҡан МИ-8 вертолетына ултырған. Южно-Сахалинскиҙа уны һәм ҡотҡарылған башҡа нефтселәрҙе медиктар һәм психологтар ҡаршы аласаҡ. Артабан улар дауаханаға оҙатыласаҡ. Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре әйтеүенсә, вертолет ҡаза күреүселәрҙе билдәләнгән урынға алып барып еткергәс, улар менән бәйләнешкә инеп буласаҡ.  

Рөстәм Нәсибуллиндың яҙмышы элеккесә билдәһеҙ булып ҡала. Ведомствонан аңлатыуҙарынса, юғалғандарҙы эҙләү дауам итә. Бөгөн эҙләү эштәрен дүрт һауа судноһы алып барасаҡ.  

Өҫтәп үтәйек, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Сахалин өлкәһе буйынса Баш идаралығында «ҡыҙыу линия» телефондары эшләй: 84242729999 , 84242497024.

темалар: фажиғә