7 декабрь, Шаршамбы

20 декабрь 2011 йыл, 10:50

«Салауат Юлаев» Яңы йыл алдынан изгелек акцияһын үткәрҙе

автор: Дмитрий Слезин

«Салауат Юлаев» хоккей клубы көн элгәре Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Республика балалар йортонда «Салауат» изгелек бүләк итә» социаль акцияһын үткәрҙе, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте.

Шәмбе, 17 декабрҙә, әлеге социаль учреждение балалары «Салауат Юлаев» хоккей клубына 50 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған байрамда ҡатнашҡайны. Хәҙер иһә хоккейсылар яуап визиты менән килде. Балалар ҡунаҡтар өсөн концерт номерҙарын күрһәтте, «юлаевсылар» уларға бүләктәр тапшырҙы. Социаль учреждение етәкселеге һорауы буйынса балалар өсөн ноутбуктар һәм цифрлы фотокамералар һатып алынған. Бынан тыш, «юлаевсылар» үҙҙәре менән татлы бүләктәр, сәкәндәр, шайбалар алып килде. Быларҙың барыһы ла уйынсыларҙың һәм тренерҙарҙың шәхси аҡсаларына һатып алынған.

-  Балаларҙы ысын күңелдән яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ, — тине «Салауат»тың баш тренеры Венер Сафин. – Уларға бәхет, изгелек һәм иң мөһиме һаулыҡ теләйбеҙ. Беҙҙең килеүебеҙ әҙ генә булһа ла ҡыуаныс алып килгәндер, тип ышанам. Беҙ һәр саҡ бында ҙур теләк менән киләбеҙ, һеҙҙең менән аралашыу беҙгә ҙур кинәнес бирә. Бындай осрашыуҙар йола булараҡ артабан да дауам итер, тип ышанам. Беҙ һеҙҙе ныҡ яратабыҙ!