3 декабрь, Шәмбе

20 декабрь 2011 йыл, 10:10

Башҡортостан – Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе буйынса етенсе урында

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырмаса, халыҡ иҫәбе 32 мең кешегә кәмегән. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға тәүге йомғаҡ яһаны.

2010 йылдың 14 октябренә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһында даими йәшәүсе халыҡ иҫәбе 4072292 кеше тәшкил итә. Мәскәү (11503,5 мең кеше), Мәскәү өлкәһе (7095,1 мең кеше), Краснодар крайы (5226,6 мең кеше), Санкт-Петербург (4879,6 мең кеше), Свердловск өлкәһе (4297,7 мең кеше) һәм Ростов өлкәһенән ҡала (4278 мең кеше) Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында халыҡ иҫәбе буйынса Башҡортостан етенсе урында килә. Волга буйы федераль округында – халыҡ иҫәбе буйынса беҙ лидер.

Башҡортостанстаттан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре тураһында тулы мәғлүмәт Росстаттың рәсми сайтында (http://www.gks.ru) урынлаштырылған.