9 декабрь, Йома

19 декабрь 2011 йыл, 18:28

«Рәсәй иҡтисады лидерҙары»-2012 премияһына дәғүә итеүселәрҙән заявкалар ҡабул ителә башланы

автор: Любовь Колоколова

Бизнес һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге «Рәсәй иҡтисады лидерҙары» милли премияһының ойоштороу комитеты наградаларға дәғүә итеүселәрҙән заявкалар ҡабул итә башланы.

«Рәсәй иҡтисады лидерҙары» премияһына Рәсәй Федерацияһында теркәлгән һәм эшләгән бөтә төр милек формаһындағы предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар һәм уларҙың хужалары дәғүә итә ала.  

Еңеүселәр һигеҙ номинацияла билдәләнәсәк.

«Рәсәй иҡтисады лидерҙары» премияһы 2004 йылда  Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәте менән ҡуйылған һәм Рәсәй иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән бурыс һәм маҡсаттарға ирешеүгә булышлыҡ итеү ниәте менән булдырылған. Премия булдырылғандан алып уға Рәсәйҙә эшләгән меңдән ашыу етәксе һәм хеҙмәт коллективы, шулай уҡ сәнғәт һәм мәғарифтың билдәле хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булған.

Лауреаттарҙы наградлау тантанаһы 2012 йылдың июнендә үтәсәк. Өҫтәмә мәғлүмәт менән премияның рәсми сайтында (www.eleaders.ru) танышырға була.