Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың сәнғәт оҫталары Рәсәй Президентының Волга буйындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең рәхмәт хаттары менән наградланды

Йәмғиәт

Башҡортостандың сәнғәт оҫталары Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең рәхмәт хаттары менән наградланды. Дәүләт наградаларын алыусылар – Башҡортостандың Милли симфоник оркестры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Виктория» эстрада-спорт бейеүҙәре ансамбле (Нефтекама), Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, ҡурайсы Азат Биксурин, «Девятов и К» һынлы сәнғәт оҫтаханаһы, «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслалары.

Наградлау тантанаһы 19 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында үтте. Артистарға һәм коллектив етәкселәренә рәхмәт хаттарын республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова тапшырҙы.

Наградлау тантанаһы алдынан ул Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәренә наградаларҙың «Волга буйын асып» (Открой Приволжье) беренсе Волга буйы федераль округы сәнғәте фестивале һөҙөмтәләре буйынса тапшырылыуын билдәләне. Сәнғәт фестивале быйыл көҙ Мәскәүҙә үткәрелде һәм тәүгә Волга буйы федераль округының барлыҡ 14 төбәгенән иң яҡшы артистарҙы бер сәхнәлә йыйҙы. Фестивалдең гала-концерты 17 октябрҙә Дәүләт Кремль һарайында үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть