6 декабрь, Шишәмбе

19 декабрь 2011 йыл, 17:19

Өфөлә «Беҙ берҙәм дуҫлыҡ менән көслө» республика әҙәби эштәр конкурсында еңеүселәр наградланды

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә, Башҡортостандың Мәғариф министрлығының Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәт үҙәгендә, башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында «Беҙ берҙәм дуҫлыҡ менән көслө» әҙәби эштәр конкурсында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтте. Ижади бәйге Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналды.

Ойоштороу комитетына 54 башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһынан, шулай уҡ Өфө яғыулыҡ-энергетика техникумы, Благовещен сәнәғәт-гуманитар техникумы, Туймазы индустриаль техникумы һәм Ишембайҙағы ябыҡ типтағы 1-се махсус училищеһының башланғыс һөнәри белем биреү бүлектәренән 96 эш ҡабул ителде. Эштәргә республика баҫмаларының алдынғы журналистары баһа бирҙе. Еңеүселәр дүрт номинацияла билдәләнде: «Башҡортостан — дуҫлыҡ иле» номинацияһында Баҡалы районындағы 78-се һөнәри лицей уҡыусыһы Артур Батырҡаев еңеүсе булды;  «Беҙҙең ғаилә йолалары» номинацияһында Сибай ҡалаһындағы 24-се һөнәри лицей уҡыусыһы Айнур Хәмзин еңеү яуланы; Шишмә районынан 48-се һөнәри училищела белем алыусы Изатулло Назиров «Беҙ төрлө, әммә беҙ бергә» номинацияһында беренсе булды; Өфөнөң 44-се һөнәри училищеһында уҡыусы Александр Дмитриев «Тыуған илгә һөйөү» номинацияһында еңеп сыҡты.

Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй әҙәби эштәр конкурсы сиктәрендә үткәрелгән бәйгенең төп маҡсаттары булып торҙо.