Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Балалар үҫеше үҙәге өр-яңы компьютерҙар менән йыһазландырыласаҡ

Йәмғиәт

Шишәмбе, 20 декабрҙә, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Балалар үҫеш үҙәгендә заманса компьютер ҡорамалдары һәм «Smart board 685ix» уникаль интерактив таҡтаһы ҡуйыласаҡ. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына «Мәрхәмәт» хәйриә фондынан хәбәр иттеләр. Уның хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, Яңы йылға инвалид балаларға «Ситроникс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ошондай бүләк яһай. Шулай итеп, үҙәктә шөғөлләнгән балалар өр-яңы мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар ярҙамында үҙҙәренең сифатлы өҫтәмә белем алыуға хоҡуғын ғәмәлгә ашыра аласаҡ. Компьютер техникаһының мөмкинлектәре үҙәктә тәрбиәләнеүселәргә өҫтәмә музыкаль белем алырға, һөнәр үҙләштереү алдынан төрлө күнекмәләр үтергә ярҙам итәсәк.

Иртәнге 11-ҙә башланырға тейешле саралар программаһында инглиз теле, музыка һәм информатика дәрестәре планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть