8 декабрь, Кесе йома

19 декабрь 2011 йыл, 16:51

Башҡортостан Волга буйы федераль округында халыҡ иҫәбе буйынса беренсе урында тора

автор: Людмила Терновая

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарынан билдәле булыуынса, Башҡортостан халыҡ иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. «Российская газета»ла донъя күргән мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 4 млн 72 мең 292 кеше йәшәй. Был күрһәткес буйынса Татарстан Республикаһы – икенсе урында  (3 млн 786 мең 488 кеше), өсөнсөлә – Түбәнге Новгород өлкәһе (3 млн 310 мең 597).

Ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәр нисбәтенә килгәндә, Башҡортостандағы халыҡтың 60,4 проценты – ҡалаларҙа, 39,6 проценты ауылдарҙа йәшәй. Волга буйы федераль округында ҡала тормошон үҙ итеүселәр башлыса Һамар өлкәһенә (80,2%), Түбәнге Новгород өлкәһенә (78,9%) һәм Татарстанға (75,4%) тура килә. Әгәр Волга буйы федераль округы менән Рәсәй Федерацияһы буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе сағыштырһаҡ, 30 миллионға яҡын (29 млн 899 мең 699) халыҡ йәшәгән Волга буйы федераль округы халыҡ иҫәбе буйынса, Үҙәк федераль округтан ҡала (38 млн 427 мең 539 кеше), һигеҙ федераль округ араһында икенсе урын биләй. Ҡалала йәшәүселәр иҫәбе буйынса иһә (70,8%) волга буйы федераль округы — алтынсы урында. Был күрһәткес буйынса ул Көньяҡ (62,4%) һәм Төньяҡ-Кавказ (49,2%) федераль округтарҙан ғына алдараҡ. Дөйөм алғанда илдәге халыҡтың 73,7 проценты ҡалаларҙа йәшәй.