4 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2011 йыл, 16:35

Рөстәм Хәмитов мәктәп уҡыусылары - «Президент көндәлеге» конкурсында еңеүселәр менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

17 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәктәп уҡыусылары — «Президент көндәлеге» конкурсында еңеүселәр менән осрашты. Республика башлығы менән осрашыуға төрлө ҡала һәм райондарҙан 30 уҡыусы килде, уҡыу йылы башынан алып улар иң күп «бишле» алған.

Республика Президенты еңеүселәрҙең һәр береһенең көндәлегендә иҫтәлеккә яҙыу ҡалдарҙы, шулай уҡ уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Өфө ҡалаһындағы 136-сы мәктәптең 3 синыф уҡыусыһы республика башлығынан Президент шыршыһына саҡырыу алыу мөмкинлеге тураһында һорашты. Һөҙөмтәлә Рөстәм Хәмитов Яңы йыл тамашаһына конкурста еңеүселәрҙең барыһын да саҡырҙы.

«Һеҙҙең көндәлектәрҙә торған ҡултамғам 21 декабрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк Президент шыршыһына инеү билеты буласаҡ», — тине Рөстәм Хәмитов.

«Президент көндәлеге» «Комсомольская правда» Башҡортостанда» нәшриәт йорто менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте менән ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: бр президенты