Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Яңауылда терегөмөшлө иҫке лампаларҙы йыйыу акцияһы үткәреләсәк

Йәмғиәт

Шишәмбе, 20 декабрҙә, терегөмөшлө изделиелар йыйыу буйынса Башҡортостандағы берҙән-бер күсмә пункт — экомобиль — Яңауылға юлланасаҡ. Ул халыҡтан иҫке лампалар һәм термометрҙарҙы бушлай ҡабул итәсәк.

— «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының экомобиле төшкө сәғәт 12-нән 1-гә тиклем район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда эшләйәсәк. Яңауыл халҡын беҙҙең экологик акцияла ҡатнашыуға саҡырабыҙ. Әгәр өйөгөҙҙә эшлектән сыҡҡан элект утын һаҡсыл файҙаланыусы йәки люминесцент лампаларығыҙ, эшләмәгән термометрҙарығыҙ булһа, беҙгә тапшырығыҙ. Уларҙы бер осраҡта ла сүп-сар багына ташларға ярамай, — тине предприятиеның инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы терегөмөшлө лампаларҙы айырып йыйырға һәм айырым утилләштерергә кәрәклеге хаҡында даими аңлатыу эштәре алып бара. Республика ҡалалары һәм райондарына экомобиль — терегөмөшлө изделиеларҙы йыйыу буйынса күсмә пункт ебәрелә.

Бөтә төрҙәге терегөмөшлө лампалар халыҡтан бушлай ҡабул ителә, ә юридик шәхестәр менән предприятие килешеү нигеҙендә эшләй. Йыл башынан алып экомобиль Башҡортостан буйынса 20 рейд яһаған һәм халыҡтан 4700-ҙән ашыу лампа ҡабул иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть