9 декабрь, Йома

19 декабрь 2011 йыл, 15:37

Рөстәм Хәмитов «Ышанмайым» йәштәр хәрәкәте лидерҙары менән осрашты

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ышанмайым» (Не верю) йәштәр йәмәғәт хәрәкәте лидерҙары менән осрашты. Осрашыу М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте.

«Ышанмайым» хәрәкәте Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙан һуң барлыҡҡа килгән. Унда алты меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, күпселеге – йәш өфөлөләр.

Республика Президенты осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм 20 йыл элек үҙенә ышанғанлығы арҡаһында БАССР Юғары Советына һайлауҙа уңыштарға өлгәшә алыуы хаҡында һөйләне.

— Ул ваҡытта, 90-сы йылдарҙа, мин һайлауҙа ҡатнаштым — Өфө исеменән сығы яһаным, — тине Рөстәм Хәмитов. – Ул саҡта торба үткәргестәрҙе һынау буйынса предприятие ойошторған инем. Үҙ кандидатурамды тәҡдим иткәс, күптәр миңә был эштең заяға булыуы хаҡында әйтте. Әммә мин һайлаған юлым буйлап барҙым. Һәм дөрөҫ эшләгәнмен, тип уйлайым – сөнки юлды аҙағынаса үттем. Һайлауҙың беренсе турында 47 процент тауыш йыйҙым, еңеү өсөн ике-өс процент ҡына етмәне. Икенсе турҙа 70 процент самаһы тауыш йыйҙым. Ул һайлауҙа беҙ сифатлы контроль ойошторған инек. Беҙҙең күҙәтеүселәр һайлау һөҙөмтәләрен үҙгәртеүгә юл ҡуйманы.

Рөстәм Хәмитов нәҡ шул ваҡыттан алып һайлауҙың ғәҙел үтергә тейешлеген аңлауы хаҡында белдерҙе.

— Шул саҡ мин йәнә бер нәмәгә төшөндөм: һайлау – ул ауыр көрәш. Ул ваҡытта мин һайлауҙа еңеп сыҡтым, һәм шунан башлап сәйәси карьерам башланды. Ә әгәр ҙә мин көрәшмәгән булһам һәм һайлау һөҙөмтәләре боҙоп күрһәтелгән булһа?

— Һайлауҙарҙан күп нәмә тороуын аңлайым, — тине республика Президенты. – Шуға күрә был процесҡа етди ҡарайым. 4 декабрҙә үткән һайлау алдынан ҙур әҙерлек эштәре ойошторолдо. Сөнки барыһы ла әлеге һайлауҙың 2007 йылдағы һайлауҙан айырылып торасағын яҡшы аңланы. Ул ваҡытта формаллек көслө булды. 2011 йылға илдә һәм республикала хәл үҙгәрҙе. Йәмғиәттә ҡапма-ҡаршы фекерҙәр барлыҡҡа килде, шуға күрә һайлауҙың ауыр үтәсәген барыһы ла яҡшы белде.

Президент һуңғы һайлау алды кампанияһында үҙенең әүҙем ҡатнашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был эш күп һөҙөмтәләр бирҙе – үҙеңдең эшең хаҡында уйланыу мөмкинлеге булды, тине Рөстәм Хәмитов.

— Халыҡ өсөн икона булырға кәрәкмәй. Быны аңлауым миңә өҫтәмә көс бирә. Һайлау алды эше бик ауыр булды. Партияларҙың береһе оппозицион партияларға түгел, ә миңә ҡаршы көрәшеү ысулын һайланы. Бының менән улар алда килеүсе партия абруйына тап төшөрмәксе ине. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан исемлеккә инеп, һайлауҙың ғәҙел үтәсәге хаҡында әйткән инем. Шул уҡ ваҡытта партия еңелә ҡалһа, минең эштән дә китеүем ихтимал ине, ә еңеү миңә яңы мөмкинлектәр бирҙе.

Президент, ябай кешеләрҙең мәсьәләләрен хәл итеү мөһим, тип билдәләне.

— Халыҡ менән осрашыуҙар үткәргәндән һуң, киләһеләрҙе аңланым: халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу дәүләттең төп бурысы булып тора. Күптәргә был йүнәлеш оҡшап етмәй, шуға күрә идеологик бәрелештәр ҙә барлыҡҡа килә.

— Һеҙ «Ышанмайым» хәрәкәтенә етәкселек итәһегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте Президент йәштәргә. – Ышанмаҫҡа тулы хоҡуғығыҙ бар. Әммә миңә һис кенә лә аңлашылмай: ни өсөн ошондай йәш ваҡытығыҙҙа берәй ыңғайыраҡ позиция урынына һеҙ нәҡ ошоноһон һайланығыҙ? Ил бөгөн ауыр ваҡыт кисерә, үҙгәрештәр индереү талап ителә. Урлашыу, коррупция мәсьәләләре йәмғиәттә ҙур масштаб алғанлыҡтан күп кешеләр бөгөн «Ышанмайым», ти. Ә ил тарҡалһа, ни булырын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Шуға күрә беҙҙең өсөн киләһе ике аспект мөһим: илде һаҡлап ҡалыу һәм шул уҡ ваҡытта уны яңыртыу. Быға нисек ирешергә? Һайлауҙар – хәлде яйға һалыу инструменттарының береһе. Тәүгә Башҡортостанда КПРФ бындай юғары процент тауыш йыйҙы. Был үҙе үк халыҡ аңында үҙгәрештәр булыуы хаҡында һөйләй. Әлегә күп һорауҙарға минең, һеҙҙең кеүек үк, яуаптарым юҡ. Шуға күрә үҙегеҙсә фекер йөрөтөргә хоҡуғығыҙ бар.

Йәштәр хәрәкәте лидеры Артур Акайкин бөгөн йәштәр араһында һайлау тураһында берҙәм фекерҙең булмауы хаҡында әйтте. Уларҙың маҡсаты — ҡыҙыҡһынған һәр кемгә ысынбарлыҡ күренешен еткереү.

Рөстәм Хәмитов маҡсаттарҙың ыңғай булыуын һәм уның эшендәге алымы менән тап килеүен билдәләне.

— Һеҙҙең менән тулыһынса килешәм – йәмғиәт бөгөн ышанмай, һәм был власть өсөн бик үкенесле. Шуға күрә бөгөн йәмғиәттә булған һәм властан торған ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү беҙҙең бурыс булып тора. Үҙгәрергә кәрәк – мин үҙем эволюцион юлды һайланым. Һеҙ хаҡ эш алып бараһығыҙ, шуға күрә һеҙгә ярҙам итәсәкмен.

Республика Президенты фекеренсә, хәрәкәт составында көслө кешеләр йыйылған.

— Хәлде үҙгәртеү ауыр буласаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Үҙ хәрәкәтегеҙҙе теркәүегеҙ яҡшы, әммә артабан алға китергә — власть менән бәйләнеш булдырырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, сабыр булыу зарур. Бөгөн әүҙем позициялы кешеләр күп. Йәмғиәттәге процестар дөрөҫ йүнәлештә бара. Был ғәҙел сәйәсәттән тайпылмау һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү минең төп бурысым булып тора.