7 декабрь, Шаршамбы

19 декабрь 2011 йыл, 13:18

2012 йылда XV «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» бөтә Рәсәй конкурсы үткәреләсәк

автор: Любовь Колоколова

2012 йылда XV «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» бөтә Рәсәй программаһы-конкурсы үтәсәк. «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсы уның төбәк этабы иҫәпләнә. БР Хөкүмәтенең 2000 йылдың 24 ноябрендәге бойороғона һәм «Башҡортостан Республикаһындағы тауар һәм хеҙмәттәрҙең сифаты һәм хәүефһеҙлеге» программаһына ярашлы ул йыл һайын ойошторола.

Ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, программаның 15 йыллығына юбилей итеп ҡарайҙар, шуға күрә киләһе йылдағы конкурста сәнәғәт, хеҙмәттәр өлкәһенән алып бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларына, халыҡ кәсептәренә тиклем Башҡортостан иҡтисадының бөтә тармағы ла лайыҡлы күрһәтелергә тейеш.

Заявкалар һәм документтар ойоштороу комитетына һәм «Башҡортостандағы Стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге» дәүләт учреждениеһына 2012 йылдың 1 апреленә тиклем тапшырылырға тейеш.