5 декабрь, Дүшәмбе

19 декабрь 2011 йыл, 12:26

Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы ил буйынса уртаса күрһәткестән 4,7 процентҡа юғарыраҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

11 ай йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереү индексы Башҡортостанда 109,7 процентты тәшкил итте,  тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстаттан. Ул «файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу», «эшкәртеү производстволары», «электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм уларҙы бүлеү» кеүек эшмәкәрлек төрҙәре буйынса иҫәпләнә. Статистиктар иң мөһим тауарҙар етештереү динамикаһын продукцияның натураль күрһәткесе һәм уның аҡсалата ҡиммәте буйынса иҫәпкә ала.

Рәсәй Федерацияһы буйынса сәнәғәт производствоһы индексы был арала 105 процентты тәшкил иткән. Волга буйы федераль округында был күрһәткес төрлөсә:  Мордовия Республикаһында 99,1 процент булһа, Пенза өлкәһендәге ул 117,3 процентҡа етә.