11 декабрь, Йәкшәмбе

19 декабрь 2011 йыл, 12:07

Республиканың рәсми делегацияһы Латвияла булды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш визиты менән Латвияла булды. Делегация составында республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Юрий Стульников булды. Визит Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм Ригалағы «Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге ярҙамында Рига Думаһының саҡырыуы буйынса ойошторолдо.

Беҙҙең республиканан ҡунаҡтар Латвия милли операһында булды, унда Башҡорт дәүләт опера театрының балет труппаһы уңышлы сығыш яһаны, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Балтика төбәгендәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкиле, «Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге идаралығы рәйесе Рина Хәмитова.

Башҡортостан Республикаһының рәсми вәкилдәре Рига Думаһының Тышҡы бәйләнештәр буйынса идаралығының бүлек начальнигы Виктор Булса менән Ригала милли мәҙәниәт объекттарында булды.

Кис көнө ҡунаҡтар өсөн «Дайлес» театры – Я.Райнис исемендәге художестволы академия театрына барыу ойошторолдо. Театр директоры Андрис Витолс театрҙың тарихы һәм бөгөнгөһө хаҡында һөйләгәндән һуң, ҡунаҡтарҙы билдәле Марлен Дитрихҡа бағышланған Раймон Паулстың «Марлен» мюзиклын ҡарарға саҡырҙы.

Икенсе көн яҡташтар, Латвияла йәшәүсе һәм эшләүсе башҡорт һәм татар диаспораһы вәкилдәре менән осрашыуға бағышланды. Латвияның билдәле рәссамы Виталий Ермолаев саҡырыуы буйынса Юрмалаға барыу ойошторолдо. Унда, ҡала үҙәгендә, уның йорто һәм картиналар галереяһы бар. Почетлы ҡунаҡтарҙы Виталий Ермолаев үҙе һәм уның ҡатыны ҡаршы алды.

Юрмалала осрашыу барышында, 2011/2012 йылдар миҙгеле спектаклдәр һаны һәм географияһы буйынса уңышлы булмаҡсы, тип хәбәр иттеләр. Шулай уҡ яҡтар беҙҙең республикаға ла килеү мөмкинлеген тикшерҙе. Башҡортостанда улар Виталий Ермолаевтың күргәҙмәһен, Элина Митина гастролдәрен ойоштормаҡсы һәм М.Лермонтовтың «Демон» әҫәре буйынса Рөстәм Галич ҡуйған спектакль күрһәтмәксе.

Рига Думаһында үткән һуңғы осрашыу барышында Камила Дәүләтова менән Юрий Стульников визитты ойоштороусыларға йылы ҡаршы алғандары, мәҙәни-эш программаһын яҡшы ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ ҡунаҡтар башҡорт диаспораһы вәкилдәренә лә Латвия ерендә мәҙәни-милли тамырҙарҙы һаҡлап ҡалғаны һәм үҙ халҡы исеменән лайыҡлы сығыш яһағаны өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.