6 декабрь, Шишәмбе

19 декабрь 2011 йыл, 10:51

Рөстәм Хәмитов Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

16 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә 2013 йылғы VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ярыштарға әҙерләнеүгә йәлеп ителгән министрлыҡ, ведомстволар һәм учреждениелар етәкселәре ҡатнашты.

— Был ярыштарҙы иң юғары кимәлдә үткәрергә тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Уйындарҙы үткәреү ваҡытын билдәләнек – улар 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем үткәреләсәк. Уйындарға әҙерлек буйынса тәүге аҙымдар ҙа яһалды. 19 ноябрҙә Өфөгә сәфәре барышында был тема буйынса Дмитрий Анатольевич Медведев менән фекер алыштыҡ. Ул эштәребеҙҙе, Өфөлә 1500 урынлыҡ япмалы һырғалаҡ төҙөү вариантын да хупланы. Әле РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы, шулай уҡ Халыҡ-ара балалар уйындары буйынса генераль секретарь Ричард Смит менән консультациялар һәм һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Ғинуар уртаһында Ричард Смит республикаға киләсәк.

Республика Президенты әйтеүенсә, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Уйындарҙың иң яҡшы эмблемаһы һәм талисманы проектына конкурс иғлан иткән. Уға 2012 йылдың ғинуар аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Йәнә инглиз телен белгән вуз студенттары араһынан волонтерҙар һайлап алыу ойошторолған. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов интернет-сайт булдырырға кәрәклеген дә билдәләне.

— Үҙенең өҫтөндә эшләүҙе талап иткән позициялар бихисап, — тине ул. — Ни бары 13 ай ҡалды – эштәр күп.

Ултырышта ҡатнашыусылар ярыштар үткәреләсәк спорт объекттарын әҙерләү һәм реконструкциялау мәсьәләләрен дә ҡараные. Мәҫәлән, саңғы стадионы төҙөү планлаштырыла. Улар йәнә Уйындарҙы асыу һәм ябыу тантаналарының концепцияһын, мәҙәни-күңел асыу программаларын, халыҡ-ара форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләләрен тикшерҙе. Кәңәшмәлә ярыштарҙы эфирға тапшырыуҙы сифатлыраҡ итеп башҡарыу, бының өсөн өр-яңы ҡорамалдар талап ителеүе кеүек мәсьәләлар ҙә күтәрелде.

Ойоштороу комитетының киләһе ултырышы 2012 йылдың ғинуар урталарына планлаштырылды.