Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Йыл башынан алып Башҡортостанда 18 мең фатир төҙөлгән

Иҡтисад

Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан алып республикала дөйөм майҙаны 1700,5 мең квадрат метрға тиң 18 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Былтырғы кимәлгә ҡарағанда был 6,6 процентҡа күберәк. Республика халҡының 1000 кешеһенә иҫәптә 418 квадрат метр дөйөм торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән.

Торлаҡ өлкәһе үҫеше күрһәткестәре элеккесә шәхси торлаҡ төҙөлөшө иҫәбенә формалаша. 11 айҙа шәхси йорт төҙөүселәр менән дөйөм майҙаны 1350,7 мең квадрат метрлыҡ 12 мең шәхси йорт төҙөлгән. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө 2010 йылдың ғинуар-ноябренә ҡарата 10,7 процентҡа артҡан. Ә дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡ майҙанында уның өлөшө 79,4 процентты тәшкил иткән.

Статистиктар иҫәпләүенсә, ауыл ерендә быйыл дөйөм алғанда – 740,6 мең квадрат метр торлаҡ йорт,  республика ҡалаларында 959,9 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, былтырғы кимәлгә ҡарата был 102,1 һәм 110,4 процентҡа тиң.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть