7 декабрь, Шаршамбы

19 декабрь 2011 йыл, 10:01

Һауым буйынса Саҡмағош районы малсылары - беренсе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Саҡмағош районы малсылары һәр һыйырҙан 4888 килограмдан ашыу һөт һауып алған. Был республикалағы иң юғары һөҙөмтә. Белгестәр күҙаллауынса, райондағы ауыл хужалығы предприятиеларының Яңы йыл алдынан биш меңлек сикте үтергә бөтә мөмкинлеге лә бар. Бөгөн һөт буйынса етештереүсәнлек районда уртаса алғанда тәүлегенә 12,3 килограмды тәшкил итә. Тулайым һауым да иң юғарыларҙың береһе – 35005 тонна.

Дүрт меңлек сикте иһә Башҡортостандың алты районы малсылары үткән, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығының мабуғат хеҙмәтенән. Был Ауырғазы, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө, Саҡмағош райондары предприятиелары.

Дүртөйлө районында етештереүсәнлек – 11,2 кг, Өфө районында – 10,5 кг, Стәрлетамаҡ районында – 10,4 кг. Тулайым һауым буйынса йәнә Стәрлетамаҡ районы (34362 тонна) һәм Дүртөйлө (32562 тонна) алдынғы урында килә.