5 декабрь, Дүшәмбе

16 декабрь 2011 йыл, 17:14

Башҡортостан Президенты алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты

автор: Марина Шумилова

16 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә, Республика Йортонда, республиканан һайланған алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты. Осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының федераль исемлеге буйынса һайланған ун депутат — Римма Баталова, Александр Дегтярев, Павел Качкаев, Виктор Климов, Рафаэль Мәрҙәншин, Әнүәр Мәхмүтов, Сәлиә Мырҙабаева, Зөһрә Рәхмәтуллина, Иршат Фәхретдинов, Марсель Йосопов, коммунистар партияһынан ике депутат – Андрей Тычинин менән Александр Ющенко һәм Либераль-демократик партиянан Иван Сухарев ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов депутаттарҙы һайлауҙа еңеүҙәре менән ҡотланы һәм федераль парламенттың түбәнге палатаһындағы әлеге Башҡортостан депутаттары составының ярайһы күләмле булыуын, дөйөм алғанда 16 кешенән тороуын билдәләне. Улар араһында — «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 12 депутат, КПРФ-тан — икәү, ЛДПР һәм Ғәҙел Рәсәйҙән берәр депутат бар. Был республика өсөн яңылыҡ, сөнки бығаса Дәүләт Думаһында ике фирҡә – «Берҙәм Рәсәй» менән компартия ғына күрһәтелә килде, хәҙер иһә уларҙың һаны дүртәүгә етте.

— Беҙгә тап ошо кәрәк тә инде, — тине Рөстәм Хәмитов. — Быны беҙ алға хәрәкәт итеү, демократлаштырыу тип атайбыҙ.

Төбәк башлығы властың монополиялашыуына ҡаршы булыуын, бөгөнгө көндә илдең сәйәси майҙанында күрһәтелгән барлыҡ сәйәси көстәрҙең үҙ-ара диалог алып барыуы яҡлы икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм был диалог һәм хеҙмәттәшлектең дауам ителеренә ышанысын белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов яңы саҡырылыш Думаһы депутаттарын яуаплылыҡ тойоп эшләргә, республикаға файҙа килтерергә саҡырҙы һәм хәл итеүҙе талап иткән өҫтөнлөклө бурыстарҙы әйтеп ишеттерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул федераль министрлыҡ һәм ведомстволар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте арттырыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Был, тәү сиратта, Башҡортостандың федераль инвестицион программаларҙа ҡатнашыуына ҡағыла. Стратегик йүнәлеш сифатында республика башлығы, был процеста депутаттар корпусының ҙур роль уйнауын билдәләп, федераль һәм республика кимәлендәге власть органдары араһында вәкәләттәрҙе бүлеүҙе һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыуҙы атаны.

— Беҙҙең башланғыстарҙы, республика мәнфәғәттәрен яҡлауҙа иң әүҙем позицияла торорға тейешһегеҙ,— тине Рөстәм Хәмитов. — Республикаға ресурстар, финанстар, ҙур инвестицион проекттар, кадрҙарҙы йәлеп итеү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә ҡулланырға кәрәк. Илдә булған иң ҡыҙыҡлы һәм заманса бар нәмәне, һис шикһеҙ, Башҡортостанға йүнәлтергә тырышыу мотлаҡ.

Республика Президенты Башҡортостан мәнфәғәте өсөн Дума депуттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын белдерҙе.