Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Кеше хоҡуҡтарын яҡлау һәм коррупцияға ҡаршы тороу мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк

Йәмғиәт

19 декабрҙә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау мәсьәләләре буынса граждандар ҡабул итеү ойошторола.

Халыҡты Башҡортостандағы кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов ҡабул итәсәк.

Башлана — 14 сәғәттә.

Шулай уҡ РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә иртәгәһенә, 20 декабрҙә, коррупция һәм миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшләнгән башҡа төрлө хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү үткәреләсәк.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының коррупцияға ҡаршы эш итеү һәм эш урынында тикшереүҙәр үткәреү буйынса бүлектең өлкән инспекторы Ирина Ожиганова көтөп ҡала.

Башлана — сәғәт 10-да.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

Теги: анонс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть