Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

«Турист яҙмалары-2011» фестиваленең иң яҡшы эштәре 17 декабрҙә тәҡдим ителәсәк

Йәмғиәт

Шәмбе, 17 декабрҙә, Өфөлә ХIV «Турист яҙмалары-2011» асыҡ республика ижади фестиваленең иң яҡшы эштәрен тәҡдим итеү һәм фестиваль призерҙарын наградлау тантанаһы үтәсәк.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, төбәктең Туристик-спорт союзы сығыш яһай.

Фестивалдең иң яҡшы эштәрен Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында 14-20 сәғәттәрҙә ҡарап буласаҡ. Инеү бушлай.

«Турист яҙмалары» фестивале 1997 йылдан башлап үткәрелә. Йыл һайын унда сәйәхәтселәр, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең туристар төркөмдәре һәм ойошмалары ағзалары ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть