3 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2011 йыл, 15:29

Башҡортостан рәссамдары йыллыҡ йомғаҡлау күргәҙмәһен тәҡдим итәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

20 декабрҙә Өфө художество галереяһында «Натюрморт» республика һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асыласаҡ. Экспозицияла билдәле рәссамдар менән бер рәттән яңы ижад итә башлаған йәштәрҙең дә эштәре тәҡдим ителәсәк. Тамашасылар 150 авторҙың йәмғеһе 200-ләгән эше менән таныша аласаҡ.

— Республика күргәҙмәһе йыл аҙағында осраҡлы ғына үткәрелмәй, — тип асыҡланылар «Рәсәй Рәссамдар союзы» бөтә Рәсәй ижади ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән. – Йылды республиканың һынлы сәнғәт оҫталарының ижады тәҡдим ителгән сағыу ҡыҙыҡлы экспозиция менән тамамлау беҙҙә матур йолаға әүерелде.

Шулай уҡ күргәҙмәне асыу тантанаһы сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһы рәссамдары» баҫмаһының презентацияһы үтәсәк, ул 1934 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем республиканың профессиональ һынлы сәнғәте тарихына, шулай уҡ рәссамдар һәм сәнғәт белгестәре ижадына бағышланған, тип хәбәр иттеләр Рәссамдар союзынан.