Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Владимир Рогачев: «Аҡмулла — бер нисә төрки халҡының бөйөк мәғрифәтсеһе»

Йәмғиәт

— Өфөлә барған бөгөнгө конференцияның темаһы, һис шикһеҙ, көнүҙәк,— тип билдәләне Евсевьев исемендәге Мордва дәүләт педагогия институты профессоры Владимир Рогачев, «Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәт һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» халыҡ-ара конференцияһының әһәмиәтенә туҡталып. — Мифтахетдин Аҡмулла — бер нисә төрки халҡы өсөн күренекле мәғрифәтсе. Был шәхес башҡорттар мәҙәниәтендә ҙур эҙ ҡалдырған, мәғрифәтселекте үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен билдәләгән, бай этнографик материал туплаған, башҡорт шиғриәтенә, әҙәбиәтенә нигеҙ һалған һәм был йүнәлештәге уның эштәре баһалап бөткөһөҙ.

Конференция сиктәрендә профессор Рогачев Урал-Волга буйы төбәгендәге мәғрифәтселеккә арналған доклад менән сығыш яһаны. Владимир Рогачевтың билдәләүенсә, дуҫ халыҡтарҙың мәғрифәтселек эшмәкәрлеге һәр ваҡыт Мордовия ғалимдарының күҙ уңында булған. Төбәктә был мәсьәләләрҙе бөтә яҡлап өйрәнеүсе Волга буйы мәғрифәтселеген өйрәнеү мәктәбе эшләп килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть