8 декабрь, Кесе йома

16 декабрь 2011 йыл, 14:08

Сергей Афонин Башҡортостан Республикаһының вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры итеп тәғәйенләнде

автор: «Башинформ»

16 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сергей Афонинды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте. Быға тиклем Сергей Афонин республика Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын биләне.

Белешмә өсөн. Афонин Сергей Иванович 1959 йылдың 25 ғинуарында Күмертау ҡалаһында тыуған. 1986 йылда – Өфө дәүләт авиация техник университетын, 2005 йылда Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1978 йылда Күмертау вертолет заводында башлай. 1978-1980 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1980 йылда — «Искра» заводы диспетчеры, Күмертау ҡалаһы.

1980-1990 йылдарҙа – Күмертау авиация производство берекмәһендә инженер, баш инженер, бюро начальнигы, продукция сифатына идара итеү бүлеге начальнигы.

1990-1996 йылдарҙа – Күмертау ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы.

1996 йылда — Күмертау ремонт-төҙөлөш идаралығының генераль директоры.

1996-2010 йылдарҙа – Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы.

2010-2011 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары.