4 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2011 йыл, 14:02

Рәсәйҙә бензин арзаная, ә тоҙ һәм һарыҡ ите ҡыйбатлана

автор: Ғәлиә Нәбиева

Уҙған аҙнала Рәсәйҙә йомортҡаға — 1,8 процентҡа, таҙартылмаған туңдырылған балыҡҡа, сосискалар һәм сарделькаларға, тоҙ менән һарыҡ итенә 0,4-0,7 процентҡа хаҡ артты. Шул уҡ ваҡытта ҡарабойҙай — 2,1 процентҡа, тары —  2,0 процентҡа, шәкәр ҡомо 1,2 процентҡа арзанайҙы. Росстат уҙған аҙнаға ҡулланыусылар хаҡтары индексын билдәләне.

Рәсми статистикаға ярашлы, 6 декабрҙән 12-һенә тиклем ҡулланыусылар хаҡтары индексы — 100,1 процентты, ай башынан алып — 100,2 процентты, йыл башынан алып 105,9 процентты тәшкил иткән. Икенсе төрлө әйткәндә, хаҡтар 1 декабрҙән 0,2 процентҡа күтәрелгән.

Витаминлы продукция ла ҡыйбатлана башланы. Миҫал өсөн, бер аҙнала йәшелсә-емеш продукцияһына хаҡтар артыуы уртаса алғанда — 0,4 процентты, шул иҫәптән кәбеҫтәгә — 1,2 процентты, кишер һәм картуфҡа 0,7 һәм 0,5 процентты тәшкил итте.

Шул уҡ ваҡытта автомобиль бензинына 0,2 процентҡа хаҡтар кәмегән, ә дизель яғыулығына, киреһенсә, 0,2 проценҡа артҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Росстат Рәсәйҙең 271 ҡалаһында иң мөһим тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең 62 төрөнә хаҡтарҙы теркәп бара.