11 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2011 йыл, 13:26

Республикала ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 512,3 млрд һумға еткән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың ҡулланыусылар баҙарында хәлдәр тотороҡло булып ҡала, тип иҫәпләй Башҡортостанстат аналитиктары. Йыл башынан алып ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 512,3 млрд һумды тәшкил иткән. Тауар массаһында был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 5,2 процентҡа күберәк. Абсолют күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең иң алдынғы ун төбәге иҫәбендә ҡала. Халыҡҡа йәмғеһе 255,6 млрд һум суммаға аҙыҡ-түлек продукттары, шул иҫәптән эсемлектәр, тәмәке изделиелары һатылған. Был уҙған йылдағынан 0,9 процентҡа күберәк. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар һатыуҙан иһә 256,7 млрд һум табыш алынған.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше башлыса баҙарҙан тыш эшмәкәрлек алып барыусы ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың тауарҙар һатыуы иҫәбенә формалаша.  

Ваҡлап сауҙа итеү әйләнешенең яртыһынан ашыуын бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары тәьмин иткән (55,3%).