5 декабрь, Дүшәмбе

16 декабрь 2011 йыл, 13:17

Баш ҡалала «Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» халыҡ-ара конференцияһы үтә

автор: Людмила Терновая

Өфөлә «Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Фәнни форум Аҡмулла уҡыуҙары сиктәрендә һәм Мифтахетдин Аҡмулла тыуыуына 180 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә.

Аҡмулла уҡыуҙары Өфөлә алтынсы тапҡыр ойошторола. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин йылдан-йыл ҡатнашыусылар географияһының киңәйә барыуын билдәләне.

— Аҡмулла – халыҡтың рухи символы, ә рухлылыҡ һәр ваҡыт көнүҙәк тема булып торҙо, — тине Раил Әсәҙуллин. – Айырыуса ул бөгөн бик мөһим, сөнки беҙ прагматизм дәүерендә йәшәйбеҙ. Бөгөнгө көн тигеҙлекте талап итә, ысынбарлыҡтың икенсе яғында рухлылыҡ, дуҫлыҡ, кешелеклелек, интернационализм, шулай уҡ Ватанға һөйөү булырға тейеш. Быйыл конференцияла Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан һәм сит илдәрҙән күп кешенең ҡатнашыуы ҡыуандыра. Уларҙың сығыштарында – бөгөн илебеҙ тормошонда барлыҡҡа килгән хәлгә яуап.