Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнө ҡышҡы ит йәрминкәләре көтә

Иҡтисад

Алдағы ял көндәрендә баш ҡаланың туғыҙ майҙанында ҡышҡы йәрминкәләр үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының мабуғат хеҙмәтенән. Башҡортостандың 40 районынан ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең килеүе көтөлә.

Йәрминкәләрҙә ит-һөт продукттары, бал, он һәм ярма изделиелары, кондитер изделиелары һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк.

Йәрминкәләрҙә ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға 1080 автомашина килергә тейеш. Дим районында ит йәрминкәһе Хәҡиҡәт урамының бер өлөшөндә автомобилдәр хәрәкәтен ябып, Таллин урамынан алып Муса Йәлилгә тиклемге арала ойоштороласаҡ. Бында 250 автомашинаның килеүе көтөлә. Калинин районындағы йәрминкәләр «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» һәм «Шаҡша» сауҙа комплекстары янында үтәсәк. Киров районында ит йәрминкәләре, ғәҙәттәгесә,  әүәлге «Аврора» кинотеатры алдында ойошторола. Ленин районында сауҙа Киров урамындағы «Баштехинформ» республика ғилми-техник һәм мәғлүмәт комплексы алдындағы майҙанда, шулай уҡ Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверында йәйелдереләсәк.

Орджоникидзе районында халыҡты – «Йүрүҙән» сауҙа үҙәге алдында, Октябрь районында – СССР-ҙың 50 йыллығы урамында (Р.Зоргенан алып Октябрь проспектына тиклем), Совет районында Йәштәр мәҙәниәт һарайы алдында көтәләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть