10 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2011 йыл, 11:52

Өфөлә «Баш ҡала ҡаҙаныштары» йәмәғәт премияһына дәғүә итеүселәрҙән заявкалар ҡабул ителә башланы

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә «Баш ҡала ҡаҙаныштары» йәмәғәт премияһына дәғүә итеүселәрҙән заявкалар ҡабул ителә башланы. Улар 2012 йылдың 1 февраленә тиклем ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына баш ҡала мэрияһынан.

Әлеге конкурс алтынсы тапҡыр үткәрелә. Уны Өфө хакимиәте ярҙамында Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды ойоштора. Премия булдырылғандан алып уға 300-гә яҡын кеше лайыҡ булған.

«Баш ҡала ҡаҙаныштары» йәмәғәт премияһы номинанттарының күпселеге йәмғиәт өсөн файҙалы булған күп кенә проектты тормошҡа ашырған, Өфөнө яҡшыртыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара, уға дан килтерә, шулай уҡ уларҙың ҡала тормошон яҡшыртыу буйынса киләсәккә лә пландары бар.

Премия киләһе алты номинацияла тапшырыла: «Өфө — төҙөкләндерелгән ҡала», «Өфө — халыҡ иҫәбе арта барған ҡала», «Өфө — бай һәм иҡтисади йәһәттән үҫешкән ҡала», «Өфө — фән, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштар ҡалаһы», «Өфө — ҙур административ үҙәк», «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн йәмғиәттә танылыу яулау».

темалар: премиялар