Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

17 - 31 декабрҙә Өфөлә 132 шыршы баҙары эшләйәсәк

Иҡтисад

Иртәгә Өфөлә 118 шыршы баҙары асыласаҡ, уларҙың күпселеге Калинин, Киров һәм Совет райондарында урынлашҡан. Был райондарҙа 21-ҙән алып 27-гә тиклем шыршы баҙары эшләйәсәк. Октябрь һәм Орджоникидзе райондарына 16 һәм 14 сауҙа нөктәһе тура килә. Дим һәм Ленин райондарына килгәндә иһә, уларҙа дөйөм алғанда 16 шыршы баҙары асыласаҡ.

Бынан тыш, Өфөнөң аҙыҡ-түлек магазиндары селтәре лә ҡупшыҡайҙар һатыу буйынса 15 сауҙа нөктәһе ойоштора.

— Йыл аҙағына тиклем Өфөлә күпме шыршы һатыласағын әйтеүе ҡыйын. Ундай иҫәп алып бармайбыҙ. Бында иң мөһиме – урман һылыуҡайҙарының етмәүенә зарланғандар булмаһын өсөн, халыҡты шыршылар менән тейешле күләмдә тәьмин итеү. Уларҙың һайлауға хоҡуғы булырға тейеш, теләге булған һәр кеше күңелдәренә оҡшаған шыршыны һатып алһын өсөн, беҙ бөтә шарттарҙы булдырырға тырышасаҡбыҙ,— тине «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть