5 декабрь, Дүшәмбе

16 декабрь 2011 йыл, 10:53

Владимир Путин Рәсәйҙә исламды яҡлаясағын белдерҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин, бер нисә федераль телеканал буйынса тапшырылған «тура бәйләнеш» ваҡытында ил халҡы менән аралашып, Рәсәйҙә дәүләт власының исламды һәр саҡ яҡлаясағын белдерҙе.

Премьер-министрҙың илдәге милләт-ара мәсьәләләргә ҡарата мөнәсәбәте тураһындағы һорауҙы Башҡортостанда йәшәүсе Рөстәм Таймасов бирҙе. Быйыл көҙ Рәсәйҙең Юғары суды мосолмандарҙың Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйете байрамдарына ял көндәрен бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Һәм был республика халҡында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

– Рәсәй дәүләтселеген һаҡлауҙа ислам диненең роле һәр саҡ ҙур булды, — тине Владимир Путин. – Һәм Рәсәй дәүләт власы исламды һәр саҡ яҡлаясаҡ. Илдең Юғары судының мосолман байрамдарына ҡағылышлы ял көндәрен бөтөрөргә теләүе киләһеләр менән аңлатылалыр: улар беҙҙә дөйөм милләт байрамдары булыуын, Рәсәйҙең һәр төбәгенең айырым байрамдар булдырмауын теләгән.

Шул уҡ ваҡытта Владимир Путин, бында эштең хоҡуҡи ғына түгел, ә  әхлаҡи-сәйәси яғын да иҫәпкә алырға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Владимир Путин мосолман байрамдары хаҡында ла әйтеп үтте. Ураҙа, уның фекеренсә, һәр яҡлап та матур байрам. Ә Ҡорбан ғәйетенә килгәндә, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе мосолмандарға халыҡ алдында ҡорбан салмауҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Сөнки быны һәр кем, һәр халыҡ та аңлап етмәй.

Башҡортостан тураһында һүҙ йөрөткәндә, Владимир Путин Өфөнөң Рәсәйҙә ислам дине үҙәге булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул республиканың иҡтисади уңыштарын да иҫкә алды.

— Башҡортостан менән Татарстан араһында үҙ-ара ярыш барыуын беләм, — тине ул. – Татарстанда күп нәмә, айырыуса Ҡазанды үҫтереү буйынса күп эштәр эшләнгән. Әммә Башҡортостанға ла лайыҡлы баһа биреү зарур. Республиканы һәм Өфөнө үҫтереүгә нигеҙ Башҡортостандың элекке етәкселеге ваҡытында уҡ һалынғайны. Әлбиттә, төбәктә проблемалар етәрлек, әммә бында ныҡлы нигеҙ һалынған.