9 декабрь, Йома

16 декабрь 2011 йыл, 9:44

Өфөлә МЕГА асылды

автор: Любовь Колоколова

Кисә кискеһен Өфөлә МЕГА ғаилә сауҙа үҙәген асыу тантанаһы үте. Был ваҡиға Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡы өсөн Яңы йыл бүләге кеүек булды.

«МЕГА йондоҙҙар ҡабыҙа» байрамына абруйлы ҡунаҡтар саҡырылғайны. Улар араһында Дәүләт Думаһы депутаты статусында килгән Павел Качкаев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов һәм башҡа власть органдары вәкилдәре булды.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы МЕГА сауҙа үҙәген асыу уңайынан МЕГА-Өфө  идарасыһы Йоаким Хогсандер, төбәктәге ИКЕА МОС директоры Хокан Нильсон ҡотланы. Тәбрикләү һүҙҙәренән һуң символик ҡыҙыл төймәгә баҫтылар һәм Яңы йыл уттары тоҡанды, бөтә тирә-яҡ яҡтылыҡҡа күмелде. МЕГА тулы ҡеүәтенә эшләй башланы.

МЕГА ғаилә сауҙа үҙәге – Рәсәйҙәге ИКЕА компанияһының инвестицион проекты. Комплекс төҙөүгә 8 млрд һум аҡса сарыф ителгән, дөйөм алғанда 3000 эш урыны булдырылған. Бынан тыш, ҡалала өҫтәмә юлдар барлыҡҡа килгән. Комплекс айына бер миллион самаһы һатып алыусыға иҫәпләнгән. Комплекстағы киң ассортименттағы аҙыҡ-түлек тауарҙары араһында республикала етештерелгәндәренә лә урын биреләсәк. Был хаҡта журналистарға тантана һуңынан ойошторолған брифингыла һөйләнеләр.

Сауҙа үҙәге етәкселәре әйтеүенсә, МЕГА концепцияһы халыҡҡа һатып алыуҙарҙы, бөтә ғаилә менән ял итеүҙе һәм күңел асыуҙы берләштерергә мөмкинселек биреп, рәсәйлеләр алдында ялды ойоштороуҙың өр-яңы яҡтарын аса.

МЕГА-Өфө сауҙа үҙәгендә һәр төрлө тауар һәм хеҙмәттәр тәҡдим итеүсе 187 арендаторҙың магазиндары асыла. ИКЕА магазины, «Ашан» гипермаркеты һәм Леруа Мерлендың «Үҙең эшлә» форматындағы магазины комплекстың төп ҡуртымға алыусылары буласаҡ.  

Сауҙа үҙәгенә килеүселәр өсөн кафе һәм ресторандар, һырғалаҡ һәм балалар өсөн уйын майҙандары эшләй башланы. Шулай уҡ был көндө МЕГА ҡунаҡтары фигуралы шыуыусыларҙың күрһәтмә сығыштарын ҡараны.

темалар: сауҙа, Яңы йыл