7 декабрь, Шаршамбы

16 декабрь 2011 йыл, 9:44

Республикала туризмды үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштар федераль һәм республика наградалары менән билдәләнде

автор: Людмила Кузьмина

Кисә Өфөлә асылған социаль туризм мәсьәләләре буйынса беренсе бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә Башҡортостанда туризмды үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн федераль һәм республика наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.

Туризм буйынса федераль агентлыҡтың Почет грамоталары менән ете кеше наградланды. Улар араһынан – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, элекке Өфө мэры, әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Башҡортостандың Туриндустрия союзы рәйесе Кинйә Кускилдин һәм башҡалар.

Туризм буйынса федераль агентлыҡтың рәхмәт хаттарына Римма Ғәлиева (Учалы районы) һәм Башҡортостан Республикаһының Туристик-спорт союзы президенты Дмитрий Шорников лайыҡ булды. Наградланыусылар араһында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә бар — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре һәм «Башинформ» агентлығы журналисы Любовь Колоколова.

Бынан тыш, тармаҡтың байтаҡ хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың Туриндустрия союзының һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының Почет грамоталары тапшырылды.