Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

Михаил Бабич Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

2011 йылдың 15 декабрендә Рәсәй Президенты Михаил Бабичты Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Дмитрий Медведев шулай уҡ үҙенең указы менән Григорий Рапотаны, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, был вазифанан бушатты. Был хаҡта www.pfo.ru порталы хәбәр итә.

Белешмә өсөн. Михаил Викторович Бабич 1969 йылдың 28 майында тыуған. Мәскәү иҡтисад, менеджмент һәм хоҡуҡ институтының юридик факультетын, Дәүләт идара итеү академияһын, РФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.

1995-1999 йылдарҙа Мәскәүҙең «Антей» корпорацияһына етәкселек иткән, Рәсәйҙең «Росмясомолторг» сауҙа-сәнәғәт компанияһының тәүге вице-президенты булған.

2000 йылдың ғинуарына тиклем Рәсәйҙең Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы ҡарамағындағы Аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү буйынса федераль агентлыҡтың генераль директорының беренсе урынбаҫары, Мәскәү өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары булған.

2001-2002 йылдарҙа Иваново өлкәһе хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, Иваново өлкәһе хакимиәтенең Рәсәй Хөкүмәте янындағы вәкиллеге етәксеһе булған.

2002 йылдың ноябренән 2003 йылдың февраленә тиклем Чечен Республикаһы Хөкүмәте рәйесе вазифаһын башҡарған.

Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть