7 декабрь, Шаршамбы

15 декабрь 2011 йыл, 16:48

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында бөгөнгө Рәсәйҙә сәйәсәт һәм власть процестары тикшереләсәк

автор: Әлим Фәйезов

Республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында 16 декабрҙә «РФ Конституцияһы көнө һәм бөгөнгө Рәсәйҙә сәйәсәт һәм власть процестары» темаһына түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһының дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ факультеты, шулай уҡ Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһының Идара итеү проблемалары һәм дәүләт хеҙмәте ғилми-тикшеренеү үҙәгенең сәйәси тикшеренеүҙәр бүлеге сараны ойошторусылар булып сығыш яһай.

Түңәрәк өҫтәл Рәсәй Федерацияһының Конституция көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһының Конституция көнөнә ҡарата үткәрелә. Түңәрәк өҫтәл эше барышында 1993 йылдың декабрендә РФ Конституцияһын һәм БР Конституцияһын ҡабул итеү шарттары, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм бөгөнгө сәйәсәт һәм власть процестары кеүек һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, республиканың Конституция Суды, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, уҡытыусылар, аспиранттар, студенттар ҡатнашасаҡ.

Башлана – 14.30 сәғәттә.